Weblate юлы
Беҙ локалләштереүҙе һәм ирекле программаларҙы шул тиклем яратабыҙ, хатта хосусилыҡты хөрмәт итеүсе локалләштереү ҡоралы булдырҙыҡ һәм уны копилефтлы ирекле программа итеп таратабыҙ. Барыһы ла 2012 йылда башланды.
Pootle-ға альтернатива эҙләү
…Төп үҙенсәлек – Git менән тулы интеграция. Үҙгәрештәр урындағы Git-ботаҡҡа коммит ителә һәм еңел генә кире ҡушыла.
Weblate-ты иғлан итеү
…Бер аҙна самаһы эшкәртеүҙән һуң, Weblate иғлан ителә; ул – Git менән тығыҙ интеграцияланған веб-нигеҙендәге тәржемә ҡоралы.
Ни өсөн Weblate?
Булған сиселештәр менән сикләнеү урынына, Weblate ошоларға эйә булыу өсөн эшләнде:
◦ Git-интеграция
◦ Тәржемәсе авторлығын билдәләү
◦ Бер нисә ботаҡ менән эшләү
◦ Контексты күрһәтеү
◦ Тәржемәләрҙе дөрөҫ ҡушыу
◦ Эҙмә-эҙлелекте тикшереү
Weblate үҫә һәм киләсәк яңы мөмкинлектәргә асыҡ.
Һеҙҙең Weblate командаһы
Michal Čihař
Benjamin Alan Jamie
Víťa Válka